Акъюловский сельсовет муниципального района
Хайбуллинский район Республики Башкортостан

14-се ноябрь көнө Гәлиәхмәт ауылы мәҙәниәт йортонда Аҡъюл ауыл советы ауыл биләмәһе буйынса Ғаилә, әсәлек һәм балалыҡты яҡлау буйынса комиссияның сираттағы ултырышы үтте.

/ Просмотров: 870

14-се ноябрь көнө Ғәлиәхмәт ауылы мәҙәниәт йортонда Аҡъюл  ауыл советы ауыл биләмәһе буйынса Ғаилә, әсәлек һәм балалыҡты яҡлау буйынса комиссияның сираттағы ултырышы үтте. Унда Хәйбулла районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары М.Ғ. Баймырҙина,Хәйбулла уҡытыу бүлегенең кадрҙар етәксеһе Р.Ш Дәүләтбирҙин., ауыл биләмәһе башлығы Ильбәков Б.И., ауыл советы депутаттары, ауыл старостаһы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, фельдшер, мәктәп , ветерандар советы, Ағинәйҙәр,ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм ауыл актвистары ҡатнашты.

Ауыл биләмәһе башлығы Ильбәков Б.И. үҙ сығышында ауыл биләмәһе буйынса социаль-демографик хәл тураһында һөйләне , төрлө ауыр тормош ситуацияһындағы ғаиләләр һәм айырым граждандар, ололар һәм ярҙамға мохтаж кешеләр менән эшләү буйынса, һәм төрлө хәҙерге көндә борсоған социаль проблемалар тураһында әйтеп үтте. Ултырышта комиссия эшенең бер йыллыҡ һөҙөмтәләре барланды һәм алдағы йылға пландар ҡаралды.