Акъюловский сельсовет муниципального района
Хайбуллинский район Республики Башкортостан

18 март көнө Ғәлиәхмәт мәҙәниәт йортонда Науруз байрамы

/ Просмотров: 421
18 март көнө Ғәлиәхмәт мәҙәниәт йортонда Науруз байрамы

18 март көнө Ғәлиәхмәт мәҙәниәт йортонда Науруз байрамы булып үтте.Байрам сценарийы бай йөкмәткеле булды.Ағинәйҙең балаларға өйрәткән фәһемле һабаҡтары,йолалар күрһәтеү,Наурузбикәнең йомаҡ ҡойоуы,ағасҡа теләктәр теләп таҫмалар бәйләү кеүек матур сығыштар булды.Байрамдың йәме булып ҡурмас ҡурыусы Рәхилә инәй һәм Венера инәй,Ағинәйҙәр һәм мәктәп уҡыусылары бик әүҙем катнаштылар,матур бейеү һәм йырҙары менән халыҡтың күңелен яулап алдылар,байрам бик куркәм ,күңелле утте,йыйылған бөтә ауыл халҡы ,килгән ҡунаҡтар бөтә уйындарҙа ла бик әүҙем ҡатнаштылар.Ағинәйҙәрҙең самауыр сәйенән,тәмлекәстәренән һәр кем ихлас ауыҙ итте.Килгән ауылдаштар төрлө ярыштарҙа ,уйындарҙа ҡатнашып бүләктәр алып ҡыуандылар,рәхәтләнеп бейенеләр һәм йырланылар.Байрамыбыҙҙы ойошроусы Ағинәйҙәребеҙгә,баянда матур көйҙәр уйнап йәнләндереүсе һәм биҙәүсе Гөлниса Сөнәғәтулла ҡыҙы Бикбоваға,ауыл Советы биләмәһе башлығы Ильбаков Буранбай Ислам улына һәм ауыл Советы биләмәһе белгестәренә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.