Акъюловский сельсовет муниципального района
Хайбуллинский район Республики Башкортостан

ГРАЖДАНДАР ИҒТИБАРЫНА!

/ Просмотров: 209
ГРАЖДАНДАР ИҒТИБАРЫНА!
  • Яңы йыл байрамы һәм ял көндәре хәүефһеҙ үтһен өсөн, төрлө петардалар, салюттар менән ҡулланғанда, барлыҡ ҡағиҙәләрҙе үтәргә. Балаларҙы улар менән ҡулланыуҙы сикләргә.
  • Билдәле булыуынса, ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙә янғын ҡурҡынысы арта. Шуға күрә,  йорттарҙа һәм башҡа йылытылған биналарҙа мейес, газ Һәм электр йылытҡыс ҡорамалдары менән ҡулланғанда ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк.
  • Төҙөк булмаған йәки стандарттарға тап килмәгән газ һәм электр приборҙары менән ҡулланырға ярамай.
  • Кәртә-ҡура тирәһендә электр уты менән файҙаланғанда һаҡ булырға кәрәк. Төҙөк булмаған йәки иҫкергән  электр проводкаларын алыштыру сараһын күрергә.
  • Ихатала асыҡ урында ҡый һәм тиҙәк  яҡмаҫҡа (РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 20.4.  статьяһына ярашлы бындай осраҡта янғын хәүефһеҙлеген боҙған өсөн 15 меңгә тиклем штрафтар ҡаралған)

 

ОНТМАҒЫҘ, ЯНҒЫНДЫ ҺҮНДЕРЕҮГӘ ҠАРАҒАНДА, УНЫ ИҪКӘРТЕҮ ЕҢЕЛЕРӘК! БИТАРАФ БУЛМАҒЫҘ!

ҒҮМЕРЕГЕҘҘЕ, ЙОРТ-МӨЛКӘТЕГЕҘҘЕ ҠУРҠЫНЫС АҪТЫНА ҠУЙМАҒЫҘ!

    

     Янғын осрағында хәбәр итеү өсөн телефондар:

112 (ЕДДС)  2-22-15 (93-сө ПЧ Аҡъяр)

2-39-14 (Аҡъюл ауыл советы Ирекле янғын һүндереү дружинаһының янғын һүндереү машинаһы)