Акъюловский сельсовет муниципального района
Хайбуллинский район Республики Башкортостан

ХӨРМӘТЛЕ ГРАЖДАНДАР!

/ Просмотров: 371
ХӨРМӘТЛЕ ГРАЖДАНДАР!

Һәр йыл һайын ниндәйҙер кимәлдә йылғаларҙа ташҡын ҡурҡынысы барлыҡҡа килә.

Һәр йыл яҙғы ташҡындың характеры төрлөсә була. Ул тәбиғәттең төрлө факторҙарына бәйле: ҡар ҡалынлығына, ерҙең туңыуына, яҙғы яуым-төшөмгә һәм һауа температураһы торошона.

Быйылғы яғҙы ташҡын көслө булыуы ихтимал. Шуға күрә был осорҙа ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен белеү, һәм айырыуса балаларға ҡарата иғтибарлы булырға кәрәк.

 

-      Көндәр йылыта башлағас, ташҡын алдынан һәм ташҡын осоронда йылға ярҙарына балаларҙы ҡарауһыҙ ебәрмәгеҙ.

-      Яҙғы осорҙа, яр буйҙары, ирегән ҡар, боҙҙар ышанысһыҙ була, шулар тураһында онотмағыҙ!

-      Ҙур һыу буйҙарында йәшәүселәр ташҡынға ҡаршы алдан әҙерлек сараларын күрегеҙ һәм һауа торошо, һыу кимәле, ташҡын тураһындағы мәғлүмәттәрҙе күҙәтеп барығыҙ.

-      Кәмәләре булған граждандарға уларҙы әҙерлеккә килтерергә һәм кәрәк булғанда төрлө ҡотоҡарыу хеҙмәттәренә йәки ауыл хакимиәтенә биреп торорға кәңәш ителә.

 

 

Аҡъюл ауыл биләмәһе хакимиәте